Марсель БАЙДƏҮЛƏТОВ, "Башкиравтодор" акционерҙар йəмғиəтенең матбуғат хеҙмəте етəксеһе:
- Яҡташтар йыйылышы бик фəһемле, матур үтте. Сараға кеше күплəп килде: Көйөргəҙе районынан
делегация, «Көйөргəҙе» яҡташтар ойошмаһы рəйесе Сынтимер Баязитов, баш ҡалала йəшəүсе күренекле яҡташтар Өлфəт Ҡобағошов, Румил һəм Марат Аҙнабаевтар, Виктор Варнацкий, Иршат Аҫылғужин, студенттар һəм йəштəр ҙə ситтə ҡалманы. Ултырышта яҡташтар ойошмаһы эшен йəнлəндереү, алдағы ярты йыллыҡҡа эш планын билдəлəү, ойошма эсендə яңы комиссиялар булдырыу, идаралыҡҡа яңы ағзалар тəғəйенлəү, Көйөргəҙе районы хакимиəте менəн берлектə төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары һəм башҡа мəсьəлəлəр ҡаралды. Юлай Талха улы, үҙ сығышында районда алып барылған төҙөклəндереү һəм төҙөлөш эштəре тураһында һөйлəне. Яҡташтарҙы «Атайсал» проектында əүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Осрашыу бик матур үтте, бындай осрашыуҙар кəрəк тип уйлайым, күберəк, йəштəрҙе əүҙем булырға, беҙҙең ойошмала ҡатнашырға саҡырам. Эш бик күп, көҙгө миҙгелгə эштəр тағы күберəк буласаҡ, ойошма тағы ла йəмлəнəсəк, йəшəйəсəк тип өмөтлəнəм.