Бергә ҡалайыҡ
9 Июня 2021, 07:14

Күңелгә яғылған бал

Балдың иң ҡәҙерле мәле - быйыл буламы әле ул, юҡмы? Шуға кеше уны һаҡлаңҡырап тота, ҡунаҡ килһә, сығарырғамы-юҡмы, бер нисә ҡат уйлай.

Балдың иң ҡәҙерле мәле - быйыл буламы әле ул, юҡмы? Шуға кеше уны һаҡлаңҡырап тота, ҡунаҡ килһә, сығарырғамы-юҡмы бер нисә ҡат уйлай.
Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова, киң күңелле кеше, асыҡ, тура һүҙле. Теле гел генә балдай татлы булмай. Нисек булһа ла, ул беҙҙе һәр саҡ, ҙур ҡунаҡты көтөп торғандай, ҡаршылай. Бөгөн барғас та шулай булды, өҫтәлгә бал менеп ултырҙы. Бал татлы, балдан бигерәк, үҙегеҙ һәйбәт тигән кеүек, сәй табыны булды. Райондың Пионерҙан йорто директоры, коммунистар етәксеһе Николай Варнавский ҙа өҫтәлгә йәм бирҙе. Сәйе - һылтау ғына, донъя ғәме йөрөтә, фекерҙәш булған кеше менән табын уртаҡлашыу - теләһә ниндәй хәстәрҙе лә хәсрәттән арындыра, әсене сөсө итә.
Сығып киткәс тә байтаҡ ваҡыт ауыҙҙан бал тәме китмәне, телгә генә түгел, күңелгә яғылып ҡалды ахры ул.
Читайте нас