

Сәғәт өсөнсө яртыларҙа янғын хәле тулыһынса контроль аҫтына алынған ине. Был ҡоролоҡта ялҡынға барып һүндереүе еңел булманы, бөтәһе 15 гектар ер һәм урман мөйөшө янды. Янған ерҙе уратып һөрөп, ялҡынды таратмаҫҡа тип фермерыбыҙ Малейкин Сергейға шылтыраттыҡ, ул тиҙ арала К-700-тын ҡыҙҙырп килеп, ерҙе һөрөп, ялҡынға таралырға бирмәне. Унан тыш «Ит союзы» ойошмаһы һыу бочкалары менән ике техникаһын ебәрҙе, улар ҙа ҙур ярҙам булды, үҙебеҙҙең янғын һүндереү машинаһы эшләмәй, ремонтта, райондың янғын һүндереү машиналары килде. Ауыл халҡының, депутатыбыҙҙың, фермерҙарыбыҙҙың берҙәм булыуы бәләнән ҡотолоуҙа ҙур ярҙам итте. Киске 8-ҙә барып тикшереп килдем, янғын тулыһынса һүндерелгән тип әйтеп булмай, ер ҡыҙған, һауа торошо ҡоро, янғын урыны быҫҡып ята ине, шуға әле лә күҙәтеп торабыҙ. Бындай ҡазалар ҡабатланмаһын өсөн, ямғырҙар кәрәк инде, күмәкләп, өмөтләнеп ямғырҙар көтәбеҙ.
Янғын тураһында материал тулыһынса бөгөн гәзиттә баҫылды.