

Ауылыбыҙ балалары шул тиклем ҡыуана, көнө буйы эргәһендә уратып йүгереп йөрөйҙәр. Ошо көндәрҙә парк төҙөлөшө лә башланасаҡ. Майҙансыҡты уратып алырға һәм сәхнәбеҙҙе алып килгәс уны урынлаштырырға тороп ҡалды. Әгәр ҙә быйыл өлгөрһәк ял итеү урыныбыҙҙы йәшелләндереү мәсьәләһен дә хәл итергә ине. Килен ҡойобоҙға юл да һалынасаҡ тип ҡыуанып торабыҙ.
Алла бирһә, ял паркыбыҙҙы ноябрь баштарына ҡунаҡтар саҡырып тантаналы рәүештә асырға планлаштырабыҙ. Шуға ла көндәр матур, йылы торғанда эштәрҙе иҫән-һау ғына башҡарып ҡуйырға тырышабыҙ.
"Айыҡ ауыл" тураһында тулы килеш үткән һанда баҫылды.