Тик, ҡабатлап әйтеүебеҙсә, донъя шулай ҡоролған - еңеүсе күп булмай. Әммә был Яҡшымбәт кенә һәйбәт тә, ҡалғандар алама тигәнде аңлатмай, былтыр, ана, Яҡут өсөн ҡалай ҡыуанғайныҡ, сиратлап, бәлки, бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр еңеүсе булып бөтөрбөҙ.
Ә әлегә - бүләктәр. Алдан яҙғанса, Яҡшымбәткә аҡса һәм һарыҡ (һарыҡ, билдәле, фотола юҡ, хакимиәткә уны өҫтөрәп керетеп булмай ҙа, бәрән әлегә һарайҙа тороп тора). Ҡалғандарға бирелгән бүләктәр ҙә матур. Бөтәһен дә ҡотлайбыҙ, булыр әле барыһы ла, иҫәнлектән генә айырмаһын.