

Минең барлыҡ уйҙарымды теҙгәнһегеҙ, һәр ваҡыттағыса бер һүҙҙән аңлап тораһығыҙ. Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре, барығыҙға ла ҙур рәхмәт, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм. Мине ҡыуандырғанығыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе ҙурлаһын. Йома көнөндә һеҙгә изгелектәр генә теләйем, эштәрегеҙ уң, ғаиләгеҙ имен, илдәребеҙ тыныс булһын. Киләсәктә лә шулай шәп булып ҡалығыҙ!
Сәриә НУРИЕВА, Илкәнәй ауылы
Сәриә апайҙың рәхмәт хаты, ысынлап та, бөгөн гәзиттә сыҡты. Байтаҡ кешегә рәхмәттәрен белдерә ул. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, оло кешенең күңеле булғаны өсөн, үҙебеҙ әллә кем, йылы һүҙегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт, апай. Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын.