

Был мөләйем ҡатын район хакимиәтенә эшкә килгәс, "Тағын береһенең туғанылыр инде, йә трамплин кәрәктер кешегә, йә тағы нәмәһеләр, фамилияһы ла үтә таныш: Фролова, ҡаланан башлыҡ үҙе һорап урынлаштырғандыр, иҫәпкә бар, һанға юҡтыр, рәте булмаҫ" тигәнерәк уйҙар үтте. Улай тиһәң, һауаланы юҡ, ҡәҙимге үҙебеҙҙең кеше. Ваҡыт барыһына ла баһа бирә, ошо яй ғына, тауышын бик сығармай ғына йөрөгән бәләкәй ҡатын эсендә, ысын мәғәнәһендә, эйәрле ат ятҡан булып сыҡты - емертеп эшләй ҙә ул, рәте бар! Белем бар, тәжрибә бар, итәғәтле, "Бына мин" тип түрәләр күҙенә кереп бармай. Йә донъя, хәҙер башҡа уй килә башланы: бындай кеше бында оҙаҡ тормаҫ. Ысынлап та шулай булып сыҡты ла, Елена Фролова ҡалаһына кире ҡайтты ла китте (ысынында ул Павловка ауылыныҡы). Белем бар, эшкә әрһеҙлеге бар - магазинға иҙән йыуырға китмәҫ бит инде, юғалып ҡалмаҫ. Әйтеүҙәренсә, ул китеп барғас та әле, өйөнә яҙып, шылтыратыр бер булғандар: Лена апай, бына был ерен аңламайым, аңлат әле. Эштә әрһеҙ ҙә, түрәләр алдында әрһеҙлеге бик юҡ. Елена Дмитриевнаның Ермолаевола берәй саҡ грамота алғаны булдымы икән? Хәтерҙә ҡалмаған. Бына алған. Кисә ҡала башлығы маҡтап-маҡтап тотторған үҙенә. Күптән күргән-ишеткән юҡ ине Фролова тураһында, бына әле баҫып тора, шулай уҡ баҫалҡы, саҡ ҡына уңайһыҙланған, шулай уҡ матур. Ҡотлайбыҙ, Елена Дмитриевна, артабан да ғүмер һуҡмағынан, маҡсаттарыңа табан яйлап ҡына атлап, шатлыҡтарға ҡойоноп барырға булһын.