Бергә ҡалайыҡ
11 Апрель 2022, 09:16

Тоже сыға

Беҙ яҙғандар күп ергә тарала. Кемдер уларҙы, мөһим күрепме, ҡыҙыҡ күрепме, ҡайҙалыр ебәрә, тарата.

Тоже сығаТоже сыға
Тоже сыға

Нимә уйлап, ниндәй маҡсатта ебәрәләрҙер, фаразларға ғына ҡала, был төркөм беҙҙән нимәлер алһа, бары тик яҡшы уй менән ала. https://vk.com/yakshimbet  ЯКШИМБЕТ-FOREVER.

Рәхмәт, шулай итеп, беҙҙең данды ла тарата. Был төркөм ныҡ популяр. Бына бер генә миҫал. "Юшатыр"ға ҡотлау яҙа бер апай, шунан беҙҙән төпсөшә: ЯКШИМБЕТ-FOREVER-ҙа ла сығамы ҡотлауым? Ышаныс менән әйттек - сыға. Яҡшымбәттәр бер-береһенә ҡарата ныҡ иғтибарлы, һеҙҙе лә онотмаҫтар. Бирегеҙ ҡотлауығыҙҙы. Уны, беҙҙең һәм ЯКШИМБЕТ-FOREVER ярҙамында, бөтөн донъя уҡыр. Уҡыр һәм юбилярға күп итеп матур-матур теләктәр теләр.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас