

Осрашырға насип булды. Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдин, уның ярҙамсыһы Нәүғәт Хисмәтуллин. Көнүҙәк мәсьәлә ниндәй - шулар хаҡында барҙы әңгәмә. Өҫтөңә бәләкәй размер кейем кейгән кеүек йәшәйбеҙ ҙә - саҡ ҡына борол, йыртылырға тора, аҙ ғына әйлән - ҡайһы ереңделер ышҡып тора. Шулай ҙа бер кинәнес бындай күрешеү, танһыҡ хатта. Күңел өйкәлмәй. Ергә ныҡлы аяҡ баҫып торған, ҡараны аҡтан, аҡты-ҡаранан айыра белгән ирҙәр ҙә. Алтын тәнкәнең бик ҙур мал түгел икәнен әллә ҡасан аңлаған өс ир-ат. Сәй эстек. Ауыҙға ҡабыр тәғәм, ултырып һөйләшер уртаҡ темалар бар, фекерҙәр бер төрлөрәк икән - тимәк, әле йәшәйбеҙ.