Бергә ҡалайыҡ
25 Апрель 2022, 06:04

Донъя ҡыуыу

Редакцияға ауыл башлыҡтары йыш һуғыла, тик тотҡарланмай, яуаптары гел бер төрлө: ваҡыт юҡ. 

Донъя ҡыуыуДонъя ҡыуыу
Донъя ҡыуыу
Ашаған белмәй, тураған белә тигән ише, замананың бар ауырлыҡтары ошо кешеләргә төшә. Бурыстары, тейеш тигән һүҙе бар - ҡоралдары юҡ.
Игорь Ворошиловты, шулай ҙа, сәй эсергә күндерҙек, оҙон юлда йөрөйһөң, һыуһап йөрөйһөңдөр.
Керәүле яҡтары ла ил күргәнде күреп йәшәй, бына әле өмәләр тип сабалар, юлдары - әйтер һүҙ юҡ, тиҙҙән көтөү сыға, май байрамдары...  
- Машина саҡ йөрөй, - Игорь Ленонидович ауыртмаған башҡа тимер таяҡ тигән кеүек әйтеп ҡуйҙы, - ярар бағымсы таптым, ремонтҡа аҡса бирә.  
Аяҡ өҫтө тороп тигәндәй, сәйҙе шөпөрләтте лә сығып китте - ил ғәме ашыҡтыра...  
Йәйәүле буран йүгерә, йүгерә,
Елдәрҙе уҙа, уҙа.
Барам һәр саҡ йүгереп,
Донъяны ҡыуа-ҡыуа.
Ғүмеркәйҙәр бик тиҙ уҙа,
Донъяны ҡыуа-ҡыуа.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас