Все новости
Бергә ҡалайыҡ
18 Мая 2022, 15:21

Барыһы ла булыр

Үрге Бабаларҙа ошоға тиклем ҡунаҡта булған булдымы икән, иҫтә ҡалмаған. 

Барыһы ла булыр
Барыһы ла булыр

Юҡтыр. Юғиһә, онотолмаҫ ине. Бөгөнгө табындан сығып әйтәбеҙ. Ауыл кешеләре йомарт була, ҡунаҡсыл, ихлас була, халҡыбыҙҙың ошо сифатын күҙәтеп, бөгөн күҙгә йәштәр килде хатта.
Тирмәне ауыл хакимиәте биргән, уны кистән үк ҡороп ҡуйғандар, бөтөн ауыл, хатта тирә-яҡта йәшәгән яҡташтар ҡайтҡан, һәммәһе, бер кешеләй булып, иғтибарын ошо байрамға йүнәлткән. Тиҙҙән ауылдарында яңы мәсет була!
Табынды тулыһынса тасуирлау өсөн китап биттәре етмәҫ, алдыңда торғанды ашап бөтөр-бөтмәҫтән, ҡана, йәнә өҫтәйем тип кенә тора апайҙар. Һәр береһен тотоп, ҡосаҡлап яратҡы килде, рәхмәт һеҙгә, туғандар, күңел наҙҙарына, йылыһына, барыбер һыуһатҡан икән дә.
Мәсет булыр, иншалла, барыһы ла булыр. Иҫәнлек булһын. Ауылдарыбыҙҙа халыҡ күп булһын. Юғиһә, бындай йылылыҡты тағы ҡайҙа, ҡасан тойорбоҙ?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: