Все новости
Бергә ҡалайыҡ
26 Мая 2022, 08:34

Конкурс аҙағына яҡынлаша

Айыҡ ауыл конкурсы йылдан-йыл популярлыҡ яулай, бар республика мәж килеп ҡатнаша тиһәк арттырыу булмаҫ. 

Конкурс аҙағына яҡынлаша
Конкурс аҙағына яҡынлаша

Быйылғы бәйге нисек уҙып бара. 23 майҙан Тауыш биреү этабы башланды. Уның барышы һәм үҙенсәлектәре тураһында Утреннее шоу "Салям" БСТ каналының иртәнге "Сәләм" тапшырыуында Наиль Юнысов һәм Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Ирек Әхмәҙиев менән һөйләшәбеҙ.

1. Райондарҙа саралар үтте. Башҡарма комитет ағҙалары ҡатнашты. Махсус хэштегтар менән ҡуя барҙы. Республика матбуғатында киң яҡтыртылды. Төрлө мәсьәләләр буйынса республика кимәлендә тематик «ҡыҙыу линия»лар, Берҙәм ғаилә консультациялары көндәре, бушлай юридик кәңәштәр уҙғарылды.

2. Әлеге ваҡытта «Айыҡ ауыл-2021» конкурсы сиктәрендә республикабыҙҙың 11 профилле ведомстволары вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы документация буйынса баһалау эшен алып бара. Документтар «Айыҡ ауыл»ға ярашлы уҙғарылған сараларҙы, башҡарылған эштәрҙе үҙ эсенә ала, шулай уҡ унда социаль-демографик характеристика, аналитик отчетҡа иғтибар йүнәлтелә.

3. 23 майҙа, 00:00 сәғәттә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һынау тотҡандар өсөн интернет аша тауыш биреү башланды. Быйыл унда төбәгебеҙҙең 54 районынан да ҡатнашалар. Һәр кешенең район презентацияларын ҡарап, тауыш биреү мөмкинлеге бар. Мотлаҡ ҡарап сығығыҙ һәм 4 номинацияла берәр ауыл өсөн тауыш бирә алаһығыҙ. Көн һайын бындай мөмкинлек асыла. Файҙаланылып ҡалығыҙ!
Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолған: https://golos.bashkortostan.ru/polls/312/
2022 йылдың 1 июненең 23.59 сәғәтенә тиклем тауыш бирергә була. Тауыштар ҡатнашыусыларға өҫтәмә баһа бирәсәк. Презентация куренмәй тип һораусылыр булыр, бының өсөн Дәүләт хеҙмәте аша инергә кәрәк (для участия в опросе необходимо зарегистрироваться в ЕСИА - тигән ссылка аша инегеҙ).

4. Урындағы ауылдарҙың эшмәкәрлеген яҡлау һәм раҫлау этабы 31 май – 1, 2, 3 июнь көндө уҙасаҡ. Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусыларҙың эше барлыҡ йүнәлештәр буйынса баһаланасаҡ. Эксперттар төркөмөндә – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәҙәниәт, Спорт, Мәғариф һәм фән, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, республиканың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты, Муниципаль берәмектәр ассоциацияһы, Йәштәр яҡташлыҡ ойошмалары ассоциацияһы вәкилдәре.

5. Июнь аҙағында Еңеүселәрҙе билдәләү һәм тәбрикләү тантанаһы. Улар өсөн стратегик сессия ойоштороу. Республика башлығы менән осрашыу көтөлә.

«Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.

Рөстәм Баянов, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү аппараты етәксеһе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: