Все новости
Бергә ҡалайыҡ
10 Июня 2022, 16:54

Халыҡ байрамы

Иртәгә була ул грандиоз байрам - Яҡшымбәт Һабантуйы. 

Халыҡ байрамы
Халыҡ байрамы

Халыҡ был байрамды, ниңәлер, башҡаларына ҡарағанда нығыраҡ ярата кеүек. Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булғаны өсөндөр. Бар ырыу, бер булып, был сараны үткәрә бит борондан, бүләкте лә үҙҙәре йыя.

Бөгөн Ҡотлоюлда ығы-зығы. Бүләк йыйыу бара. йыйып йөрөүсене әйҙүкләп ҡаршы алалар, ниңә миңә килдең тигән ҡараш юҡ, ҡотлоюлдар борондан уҡ асыҡ күңелле, берҙәм һәм йомарт халыҡ. Үҙҙәре өсөн бит барыһы ла. Бер байрам итеп алһындар әле.

Бөтәһе лә иртәгә була, ә кәйефтәр әле үк күтәренке. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: