Все новости
Бергә ҡалайыҡ
8 Июля 2022, 14:32

Йыл да ҡабатланһын

Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә. 

Йыл да ҡабатланһын
Йыл да ҡабатланһын

Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә:
Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар,
Унда һине дуҫтар көтөп торор,
Елгә осор бөтә моң-зарҙар...

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлауға 30 йыл да үтеп киткән. Үткән аҙнала курсташтарым, уҡытыусыларым менән осрашыуыма бик шатланып ҡайттым.

Ошондай матур осрашыу үткәргәндәре өсөн ҡыҙҙарға, уларҙың тормош иптәштәренә рәхмәтмәтлемен. Ғүмәр ауылының бай тәбиғәте менән танышып, Торатауға барып, 1992 йылда уҡытып сығарған остаздарыбыҙҙы, 5 йыл буйы йәшәгән ятағыбыҙҙы күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Ошондай осрашыуҙар йылда ҡабатланып торһон. Тағы осрашырға яҙһын.

Ғәлиә МИФТАХОВА, Аҡһары ауылы
Хат тулы килеш бөгөнгө һанда гәзиттә баҫылды. 
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: