Все новости
Бергә ҡалайыҡ
12 Июля 2022, 13:53

"Яманһары ҡайҙа?"

"Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң, үҙ туғаның ят була". 

"Яманһары ҡайҙа?"
"Яманһары ҡайҙа?"

Шулай тип йырлаған булалар. Йыртыҡ йыр ул. Һәр хәлдә, Яманһары ауылы өсөн йыртыҡ. Әле ситтә йөрөгән яманһарылар күп, береһенең дә ят булғаны юҡ, киреһенсә, кемдер ҡырҙан ҡайтты икән, барлыҡ ауыл өсөн байрам була ла китә. Ете диңгеҙ аръяғында йөрөп ҡайтҡаны тураһында әйтәһе лә түгел, урамда йөрөгән сәүек этте лә тотоп үбергә әҙер - һағынған. 

Әле беҙгә Себер яҡтарынан шылтыраталар. 
- Ҡорбан байрамы ти, бөтөн ауылдарҙы күрһәтеп бөттөгөҙ, Яманһары ҡайҙа? Таныш йөҙҙәрҙе күреп, мин дә бында ҡыуанып ултырыр инем. 
Яманһарылар - бына. Кисәге Ҙур Ҡорбан байрамында һәм үҙҙәрендә үткәргән Ҡорбанда. Күңелегеҙ булғансы ҡарағыҙ, һағышты баҫығыҙ. 
Әйткәндәй, Ҡорбан байрамы үткән бөтөн ауылдар ҙа яҙылып бөтмәне. Улары саҡ ҡына һуңыраҡ.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: