Все новости
Бергә ҡалайыҡ
14 Июля 2022, 15:52

Шул уҡ малай-ҡыҙҙар

Нәүғәт Хисмәтуллин:  - Ошондай осрашыуҙарҙы яратам мин. 

Шул уҡ малай-ҡыҙҙар
Шул уҡ малай-ҡыҙҙар

Тыуған ауылыңа ҡайтырға сәбәп була, етмәһә, күбебеҙҙең хәҙер көтөп торған атай-әсәйҙәребеҙ ҙә юҡ.
1977 йылда 19 кеше тамамлағайныҡ Яманһары мәктәбен. Осрашыуға ни бары ете генә кеше килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 7 класташыбыҙ яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Беҙ уҡыған белем йорто хәҙер юҡ инде, икенсе мәктәп төҙөнөләр. Уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙ яҡшы булды, уҡыусылар ҙа тырыш инек. Яманғолдан да килеп уҡынылар, ике сменала белем алдыҡ. Шаян инек, әле осрашыуҙа ошо шуҡлығыбыҙ өсөн уҡытыусыларыбыҙҙан ғәфү үтендек, беҙгә төплө белем биргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйттек. Яҡты донъяларҙан киткән уҡытыусыларыбыҙҙы ла яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алдыҡ. Осрашыуҙа рәхәтләнеп һөйләшеп, бала саҡтағы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөп ял итеп ҡайттыҡ. Ауылыбыҙҙағы мәсетебеҙҙе барып күрҙек, арабыҙҙан киткән класташтарыбыҙ рухына хәйер һалып, доға ла уҡыттыҡ. Аҙаҡ бала саҡта уйнап, еләк йыйып, футбол уйнап үҫкән ҡайын араһына барҙыҡ. Үҙебеҙҙең үҫмер саҡтағы йырҙарыбыҙҙы йырлап, бала саҡтағы кеүек ҡыуанышып, йәшлегебеҙгә кире ҡайтҡандай булдыҡ.

Зилиә Уразаева-Аҙналина:
- Иҫән саҡта осрашып, күрешеп ҡалырға кәрәк. Мин осрашыуға барып әллә күпме энергия йыйып ҡайттым. Көн тәртибе лә ныҡ мауҡытырғыс булды.

Зөһрә Ғәҙеләйева:
- 45 йыл ғүмер бик тиҙ үткән дә киткән, ә беҙ һаман да йәп-йәш әле. Йәшебеҙ ҙә 60-та ғына, Аллаға шөкөр.

Был осрашыу тураһында тулыраҡ гәзиттә баҫылды.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: