Бергә ҡалайыҡ
22 Июль 2022, 03:40

Булып торһон осрашыуҙар

Районыбыҙға билдәле булған, әммә хәҙерге ваҡытта ер йөҙөнән юйылған Туғай Кинйәһенән бик күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. 

Булып торһон осрашыуҙарБулып торһон осрашыуҙар
Булып торһон осрашыуҙар

Яңыраҡ ошо ауылда тыуып үҫкән Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, республика клиникаһының онкология диспансерының ветераны Мансур Ҡорбан улы Хәлилов тыуған ауылын ҡайтып күргән. Азат Насретдин улы менән Юлай Юныс улы яҡташтарын матур итеп ҡаршы алғандар.
- Беҙҙең Туғай Кинйәһе ауылы - боронғо башҡорт ауылы. Ҡыҙғанысҡа, ул юҡҡа сыҡты, уны һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Ауылыбыҙ бөтһә лә, беҙ уны онотмайбыҙ, йәй көндәре ауылдаштар менән осрашып, уның урынын булһа ла барып күрәбеҙ. Ауылдың бөтөүенең төп сәбәбе, белемле кешеләрҙең күп булыуы, бөтәһелә юғары уҡыу йорттарына кереп, төрлө яҡтарға таралыуы. Күптән түгел шуларҙың береһе, 80 йәшлек юбилейын билдәләгән Мансур Ҡорбан улы, ҡайтып китте, ул үҙенең тыуған ауылын, тыуған ерҙәрен күреү теләге менән ҡайтҡан. Алдан шылтыратып, ҡайтырын әйткәс, беҙ Юлай Юныс улы менән уны, шартына килтереп, ҡаршы алдыҡ. 

Материал тулы килеш гәзиттә бөгөн сыҡты. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас