Все новости
Бергә ҡалайыҡ
22 Июля 2022, 15:09

Өс таған

Улар килмәһә, байрам, моғайын, тулы булмаҫ ине.  

Өс таған
Өс таған
Федоровка районы Юлдаш ауылының иң шәп егет-ҡыҙҙары һәм Яңы Таймаҫ артистары. Юлдаштарға: йыбанмағанһығыҙ ҙа, әй, тигәс, был яҡтар беҙҙең менән туранан-тура туған тип яуап бирҙе. Шулайҙыр, ерле юҡҡа ғына яҡуттар үҙҙәре лә яңыраҡ Юлдашҡа барып ҡайтманы бит. Таймаҫ та шунда булды, өс таған һымаҡтар хәҙер улар, кемдер ҡайҙалыр бара икән, ҡалған икәүһе шуны көтөп кенә тора - мин дә барам. 
Федоровкалар район мәҙәниәт начальнигы исеменән яҙылған Рәхмәт хаты тотоп килгән. Береһе Рәмзиә Әбйәлиловаға, икенсе - Альбина Килмәтоваға, Юлдаштың юбилейына барып, халыҡты аптыратып ҡайтҡайнылар бит, шуға күрше район рәхмәт белдерә. Яҡуттарға Филюс Юлдашбаев айырым бүләк тә тотоп алып килгән, уныһы ҡағыҙ ҡумтала ҡәҙерләнеп кенә ята. 
- Байрам бөткәс, киттек батҡаҡҡа?
Юлдаштар шулай тип йәнде үртәне. Былай ҙа саҡ торған кеше... Шулай ҙа баш тарттыҡ - көндөң генә түгел, эштең дә ҡыҙыу мәле. 
Аҙаҡ үкендек. Кеше үлеп киткәс та уның өс көнлөк эше ҡала тиҙәр... 
Өс таған тороп ҡалды. Көнләштереп. Артабан да әлегеләй үкенескә ҡалмаҫлыҡ итеп йәшәгеҙ, федоровкалар, көйөргәҙеләр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: