Все новости
Бергә ҡалайыҡ
6 Августа 2022, 13:04

Тыуған ер йылыһы

Түкән ауылы (боронғо ауыл) үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ юҡҡа сыҡҡан.  

Тыуған ер йылыһы
Тыуған ер йылыһы

Шулай ҙа, элек ауыл урынлашҡан ер (ҡарт тирәк ере) һаман да ауылдаштар өсөн изге һанала, был урында түкәндәр йыйылышып алырға күнеккән - бер туғандар бит улар.

Аҙҙаҡҡы осрашыу 2010 йылда булған икән, бына бөгөн, яҙған булғас, һәммәһе йәнә бергә йыйылды. Табын ергә йәйелгәйне, бөтәһе лә яланға түшәлгән ашъяулыҡ янына ултырышты. Тыуған ерҙең йылыһын тойоп рәхәтләнде.
Ата-баба ятҡан ҡәберлеккә барып зыярат ҡылдылар. Доға күп уҡылды, тәүҙә Әҡсән Ҡаҙаҡбаев уҡыны, унан эстафета ауыл башлығына күсте, Фәнис Рахманғоловтың белмәгән һөнәре юҡ икән, бик матур итеп доға ҡылды. Нурия Хәлилова (Түкән ҡыҙы) һүҙ әйтмәй ҡала торған кешеме ни, ул да уҡыны. Теләктәр ифрат күп теләнде, бигерәк тә Нурия апайҙың ошолай әйткәнде күңелгә хуш килде:
- Һәр кемдең кешегә әйтмәй генә йөрөгән хыялы була. Ошо хыялдарҙы прәме хәҙер, прәме ошо минутта тормошҡа ашырһаң ине. 
Материал тулыраҡ киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: