Все новости
Бергә ҡалайыҡ
11 Августа 2022, 10:27

Ҡалтала шишмә ғәме

- Өмәбеҙҙе йәмләп, беҙҙең ауыл халҡын дәртләндереп, үҙебеҙҙең күп йылдар район хакимиәте башлығы булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың шишмәгә килеүе лә бик ныҡ шатландырҙы.

Ҡалтала шишмә ғәме
Ҡалтала шишмә ғәме

Ул йыш ҡына беҙҙең шишмәгә һыуға килә. Һәр ваҡыттағыса шат, мөләйем, алсаҡ инде. Матур теләктәре менән сылтырап аҡҡан шишмә һыуынан ауыҙ итте. Ул рәхмәтле булыуы менән таң ҡалдыра. “Ауылдашығыҙ, башҡорт шағиры, прозаик, драматург Баязит Бикбай исемен йөрөткән шишмәгеҙҙе ҡоротмағыҙ, артабан да ошо изге эште дауам итеп, өмәләр үткәреп тороғоҙ”, - тип ауыл халҡы менән ихлас һөйләшеп, ҡосаҡлашып, үҙ ябайлығын тағы ла иҫбатланы ул.
Беҙҙең эшебеҙҙе хуплап, һүҙебеҙҙе кире ҡаҡмай, ярҙам итеүсе, күпләп төҫлө буяуҙар алып биреүсе Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Кинжалеев Аскар Исәт улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ... 

Гөлнара Сәйфуллина, Ҡалта ауылы.

Тағы ла кемдәргә рәхмәттәр яуҙы - был турала гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: