Все новости
Бергә ҡалайыҡ
30 Августа 2022, 17:40

Күңелдәр аяҙ булһын

Көндөң рәте юҡ ине бөгөн. 

Күңелдәр аяҙ булһын
Күңелдәр аяҙ булһын

 Иртә менән үк эш көнө әллә нисек башланды, кискә тиклем ошолай булыр кеүек ине. 

Тәбиғәт, һауа торошоноң бында ҡыҫылышы юҡ, күңел торошо ҡай саҡ үҙе шулайыраҡ булып китә. Ҡояшты болот ҡаплай. 
Тик йәй кисе беҙгә һәйбәт сюрприз әҙерләп ҡуйған. Егеттәр килеп инде. Егеттәрҙең дә ниндәйе! Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдин, уның ярҙамсыһы Нәүғәт Хисмәтуллин. Бындай кешеләр маҡтамай йөрөмәй, өҫтәлдең әҙер мәленә тап килделәр. 
...Иртә менән кәйеф әллә ҡалай ине. Кисе, бына, маҡтанып бөтә алмаҫлыҡ. Күңелдең ҡаплы булған пәрҙәләрен асып, болоттарҙы таратҡан өсөн рәхмәт, егеттәр. Үҙегеҙҙең күңел, көндәрегеҙ гел аяҙ булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: