Все новости
Бергә ҡалайыҡ
7 Сентября 2022, 10:51

Алыш-биреш

Уйламаған ерҙән, өҫтәлебеҙгә ҡорт балы килеп ултырҙы. 

Алыш-биреш
Алыш-биреш
Балдың да ниндәйе - Яҡуп ауылы ҡырҙарында, хуш еҫ бөркөп үҫкән сәскәләрҙән йыйылған бал! 
Азат хәҙрәт Хәлиловтың хәләл көсө менән (һәм, әлбиттә, уның егәрле ҡорттары ярҙамында) табылған мал. 
- Мин, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, "Юшатыр"ға яҙылмай ҡалғанмын. Электрон версия алдыра инем. Бәрәкәт, яҙылмаһам да, гәзит миңә интернет аша килә лә килә. Рәхәтләнеп, бушҡа килгәнде уҡып яттым. Шулай ҙа, выждан ғазабы ғазаплай, бына әле рәхмәт йөҙөнән һеҙгә бал килтерҙем.
Әл дә гәзитте ебәреп торғанбыҙ (Азат Хәлилов элегерәк бер номеры килмәй ҡалһа ла, асыуланыр ине, ул асыулана, ә беҙ - шат, донъяла үҙеңдең кемгәлер кәрәк булыуыңды, һине көтөүҙәрен белеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет буламы ни?).
Алыш-биреш тамам, ике яҡ та ҡәнәғәт. Рәхмәт, Азат Насретдин улы, алдағы тормошоң, үҙеңдең балың кеүек, файҙалы һәм татлы булһын.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: