Все новости
Бергә ҡалайыҡ
16 Сентября 2022, 17:28

Уңышыбыҙ мул булһын

Алда - ялдар. Яңы ғына аҙна башы ине, инде йома кисе.  

Уңышыбыҙ мул булһын
Уңышыбыҙ мул булһын
Беҙҙең төркөмдә ултырған барыһы ла тиерлек ауыл кешеһе. Кемдер ауыл менән араны бөтөнләй өҙгәндер, бәлки, шулай ҙа байтағы ялдарҙа ауылға ҡайта. Саф һауа еҫкәргә, иҫән булған таныш-белеш, күрше-тирә, туған-тыумасаны күрергә. Мунса инергә. Һәм эш эшләргә. Ауылдағы эштәр ғүмерҙә лә бөтмәй, шулай ҙа танһыҡ (ауылда гел йәшәгәне улай тимәҫ, ғәфү итегеҙ). 
Мәҫәлән, картуф ҡаҙыу. Ул эре булһа, бигерәк күңелле, үҙең үҫтергән ризыҡ та ул - баһаһы ҙур. 
Үҙебеҙ эре булмаһаҡ та, башҡарған эштәребеҙ эре, уңышы мул булһын. 
Барығыҙға ла күңелле, емешле, тәмле ялдар. 
Фотоларҙа: Разномойка ауылы янындағы уңыш.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: