Әлегеләй болоҡһоу көндә кешенең күңелен нимә күтәрә ала? Хаттар.
Яңы ғына хат ташыусы килеп китте, һәр саҡтағыса, ҡулында беҙгә тигән нимәлер бар. Һеҙҙең ҡул йылыһы тейгән хаттар. Әллә нимәһенә тап бына ошондай, конвертҡа һалынған сәләмдәр интернетта яҙғанына ҡарағанда ҡәҙерлерәк була.
Ҡараңғы көнөбөҙгә яҡтылыҡ өҫтәгәнегеҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар. Хаттарығыҙҙы ҡабул иттек, күңел йылығыҙҙы тойҙоҡ. Киләһе йылда ла бер-беребеҙгә яҡшы хәбәрҙәр генә еткереп, йылыбыҙҙы бүлешеп йәшәргә яҙһын.