Раил Аҡһаров Искра хужалығының алдынғы механизаторы икән. Был аҙна бүләге уның өлөшөнә төшкәйне.
Хәләл ефете Зөлфиә апай килеп алды уны. Ул үҙе лә һаман сафта - хужалыҡта келәт мөдире икән.
- Икәүләп донъя көтәбеҙ. Ике ҡыҙыбыҙ әллә ҡасандан ситтәләр, береһе Благовещенск ҡалаһында, икенсеһе - Хәйбуллала. Аллаға шөкөр, тормошобоҙ етеш, балалар ҙа һәйбәт йәшәй.
Бүләкте тапшырғас, Ҡотлоюл ауылының Аҡһаровтар ғаиләһе өсөн үҙебеҙ ҡыуанып тороп ҡалдыҡ. Артабан да әлегеләй, бәлки, саҡ ҡына яҡшыраҡ та хатта, йәшәргә, эшләргә яҙһын. Ҡотлайбыҙ.
Квитанцияларығыҙҙы һеҙ ҙә ебәрегеҙ.