Йәш саҡтарҙа уларҙың ҡулынан күп тәғәм тәмләү бәхете тейҙе. Аҙаҡ сибәркәйҙәр бешергән бәлеш, ҡоймаҡ, торттар ауыҙҙан өҙөлдө (Бәғзеләренең Яманғол ҡыҙҙары менән мөхәббәт ептәре лә өҙөлдө). Был ауыл ҡыҙҙары бешергән ризыҡ тәме - йәшлек тәме кеүек булып ҡалды. Алыҫта тороп ҡалды.
Бөгөн, нисәмә йылдар үткәс, был тәм кире ҡайтты. Нәсимә Ғәлиева күстәнәс алып килгән. Бәлеш телгә тейеүе булды... Беләккә көс, йөрәккә дәрт өҫтәлде, бына-бына, һикереп тороп, әллә ҡайҙарҙа йүгереп китербеҙ һымаҡ. Кем белә, Туғыҙтимер йылғаһы буйында, бәлки, йәшлек йәре, беренсе мөхәббәт һаман көтөп торалыр?
Онотола яҙған тәмде киренән иҫкә төшөргәнең өсөн рәхмәт, Нәсимә апай.