Бергә ҡалайыҡ
4 Ноябрь 2022, 09:32

"Минең телем - дуҫлыҡ теле"

Тормош йәме матди байлыҡта ғына түгел, ә рухи аҙыҡта ла. “Айгөл” балалар баҡсаһы бәләкәсе Әмин Дәүләтов сараны асып ебәрҙе (тәрбиәсеһе Рима Батыршина).

"Минең телем - дуҫлыҡ теле""Минең телем - дуҫлыҡ теле"
"Минең телем - дуҫлыҡ теле"

4 йәшлек бала үҙ туған телендә һөйләшһен әле, был әлбиттә ғорурлыҡ. Жюри ағзаһы 1 дәрәжә дипломы бирҙе Әмингә. Шулай уҡ “Азамат” балалар баҡсаһының 4 йәшлек ҡыҙы Рузалия Бикҡузина (тәрбиәсеһе Фидәлиә Сәйәхова) шиғыр һөйләп хайран ҡалдырҙы. 

...- Беҙҙең Аллабирҙе ауылынан ғына 4 егетте махсус оперцияға алдылар. Тиҙерәк тыныслыҡ килһен тип теләйек. Ошолай байрамдар булып торһон, –тине Сания Күзбаева.
Беҙҙең “Юшатыр” гәзитенә лә теләктәрен еткерҙе.
- Ҡайҙа байрам, һеҙ шунда “Юшатыр”ҙар. Беҙ һеҙҙе уҡып барабыҙ. Өлгөр, етеҙлегегеҙ менән айырылып тораһығыҙ. Нисә тапҡыр шылтыраттым байрамға саҡырып, ҡырт киҫмәй килдегеҙ. Гәзит биттәрендә яҡтыртып барҙығыҙ. Һеҙҙе күҙ, ҡолаҡ менән сағыштырһаң хата булмаҫ. Уҡыусыларығыҙ күп булһын, тиражығыҙ артһын. Мәңге йәшә “Юшатыр”. Рәхмәт һеҙгә Ырымбур башҡорттарынан, - тине.

Байрамдан репортаж үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас