Сит илдәр, санкцияларға бәйле, бөтөн тауарҙарын, шул иҫәптәп, кер порошогын да беҙҙең илгә индереүҙе тыя. Китте шунан... Магазиндар буйлап запас йыйыу. Порошокты күпме күтәрә алабыҙ, шулай итеп ташый башланыҡ, запасҡа. Юҡҡа улай иткәнбеҙ (тоҙ, ҡарабойҙай һымаҡ хәл), беҙҙең етештереүселәр ҙә төшөп ҡалғандар түгел, ана, сит ил автомобилдәре заводтары китеп тә өлгөрмәне, ВАЗ, УАЗдар беҙгә үҙ машиналарын иркенләп тәҡдим итә башланы - ал да рәхәтлән.
Порошок менән дә шулай. Зифабыҙ хатта хәләл порошок сығара башламаҡсы.
Ә бөгөн беҙ бүләк иткән кер йыйыу порошогы Ҡазандың үҙенән килтерелгән. Нәфис Косметикс.
Нәфис бүләгебеҙ Свобода ауылына юллана: Мәҙинә Ҡолмөхәмәтоваға.
Ҡотлайбыҙ!