

- Мин бик бәхетле ҡатын, әсәй һәм өләсәй, күҙҙәр теймәһен. Ҙур ҡыҙҙарым Азалия менән Розалина йыраҡта торһалар ҙа, береһе Санкт-Петербургта, икенсеһе Сорғотта, эргәбеҙгә йыш ҡайталар...
Яратҡан гәзитебеҙ "Юшатыр"ға ошондай ҡыҙыҡлы, һәр ваҡыт төрлө, матур-матур конкурстар ойоштороп торғандары өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Хатта сит яҡтарҙа йәшәгән туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ һеҙҙең гәзитте маҡтайҙар, шул тиклем матур гәзит сығараһығыҙ, афарин, тип һоҡланабыҙ һеҙҙең менән. Артабан да, гел шулай дуҫ булып, аралашып, ҡатышып йәшәйек...
Әсәләр көнөнә арналған бөтөн материалдар гәзиттең йома һанында донъя күрҙе.