Кәпәстәрҙе үргә сөйөп, ура ҡысҡырырға сәбәп юҡ. Кәмейбеҙ. Халыҡ яғынан, уҡыусы яғынан. Барыһы ла кәмей - ил нимә күрә, шуны күрәбеҙ. Подписка ла подписка тип ары бәрелеп, бире һуғылманыҡ, ысынында, теләгәне былай ҙа, көсләүһеҙ, яҙыла. Гәзиттең йөкмәткеһе мөһим, шуға ҡарап, баһалап, яҙылғаны ҡәҙерле.
Шуныһы: ошо төркөмдә күп булып та, ҡағыҙын алдырмаусылар бихисап. Ҡағыҙы булмаһа, быныһы ла булмай. Йылына бер тапҡыр ғына мең һум аҡса түләргә кәрәк, ул саҡта икеһе лә була. Аксиома.
Шулай ҙа сәбәләнеү юҡ. Беләбеҙ: быйыл йыл ауыр килде, аҡсаны күп йыйҙыҡ (тегендә кәрәк, бында етмәй - бирегеҙ). Быныһы ла бәкәлгә һуҡҡандыр. Рустар әйтмешләй: не до жиру.
Киләһе йылда беҙҙе нимә көтә, береһе лә белмәй, әммә, өмөттө ҡуш усҡа ҡыҫып, китеп барыш. Янда булғандар артабан да бергә атлап барыр тип ышанабыҙ.