Шулай тип шаяртҡан булабыҙ, берәйһе ҡунаҡҡа килер булһа. Рәүеф Абдуллиндың беҙҙең ишекте ҡулы менән асҡаны юҡ, ҡулдары гел буш булмай. Бөгөн дә күтәренеп килгән, хатта тотҡан табаһы аша башы ла күренмәй килә ята.
- Саҙаҡа ашы был, - тине Тимерхан улы, - ашағыҙ. Яңы йылдарҙа ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡта ғына йәшәргә яҙһын тип алып килдем. Айыҡ аҡыл булһын башта, бала ҡайғылары күрһәтмәһен, һәр ғаилә именлектә йәшәһен, - ошолайтып әллә күпме теләктәрен теҙҙе.
Беҙ уның һәр һүҙен йөпләп ултырҙыҡ. Шулай булһын. Ишектәребеҙҙе шар асып, ҡосаҡтарҙы тултырып, шатлыҡтар ғына кереп торһон.