Бергә ҡалайыҡ
15 Января 2023, 05:32

Тимер ярсыҡ ниңә ҡуҙғала?

- Йомош бар ине.... 

Тимер ярсыҡ ниңә ҡуҙғала?Тимер ярсыҡ ниңә ҡуҙғала?
Тимер ярсыҡ ниңә ҡуҙғала?

Шулай тип әйтеүе булды, урындан ырғып торолдо: нимә әйтһә лә хәҙер үк эшләргә әҙербеҙ, беҙ бында, тыныста, йылыла ултырабыҙ, туптар ҙа шартламай, ә улар....
...Ошо ерҙә былтыр көҙ булған хәл иҫкә төштө. Егеттәрҙе алып китеп бөтәләр ҙә баһа тип, баш шаңҡып йөрөгән мәл. Таң менән таныш булмаған телефон номеры шылтырата:
- Ағай, ярҙам кәрәк ине. Мин мобилизацияланған егет, Көйөргәҙе районынан, әле Һамарҙан ҡайтып киләбеҙ (һаулығың насар тип, кире борҙолар), аҡса юҡ...
Бындай саҡта, аһ та уһ килеп, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып тороп буламы ни:
- Күпме кәрәк?
- 1000 һум булһа ла ярар, ашарға алырға.
Карталарҙа ятҡан аҡсаларҙы йыйып (эш хаҡы алыуға тиклем дә әллә күпме ваҡыт бар, ҡәһәрең), мең бәлә менән (егет бер карта номерын ебәрә, ҡатын-ҡыҙ исеменә уныһы, карта эшләмәй тип яуап килә, икенсеһен ебәрә – уныһы ла ниндәйҙер ҡатын исемендә, уныһы ла эшкинмәй) аҡса китте. Еңел тын алып ҡуйылды – бәләлә ҡалған яҡташ һалдатҡа ярҙам тейҙе, сауап булды.
- Ҡасан ҡайтып етәһегеҙ?
- Төшкә Күмертауҙа булырбыҙ ул.
- Кер беҙгә, исмаһам, сәй эсеп сығырһың.
Төштән һуң был йәнә шылтырата:
- Ағай, ҡайтып еттем.
- Иҫерекме әллә һин?
- Юҡсы....
Барып алдым тегене. Иҫерек. Редакцияға алып килеп, сәй ҡуйҙыҡ. Был чекушка тотоп килгән. Өҫтөндә һалдат кейеме. Бер аҙ ултырғас, күңелләнеп, йырлап та ебәрҙе. Унан, йөрәкһенеп, әйтеп ҡуйҙы:
- Эх, ағай, юҡҡа кире ҡайтарҙылар мине, мин передовойға хочу, фронттың иң алғы һыҙығына...

...Госпиталдә ятҡан был яҡташ һалдатыбыҙ һүҙен дауам итә:
- Ҡырымда беҙ. Ошо ярымутрауҙа беҙҙең Башҡортостан эшҡыуарҙары ла бар икән. Тәтешле егете (ул Шайморатов батальонында һуғыша), нисектер, шуларға сыҡҡан. Тапҡан. Һәм, рәхмәт төшкөрҙәре, яҡташтарыбыҙ беҙгә ныҡ ярҙам итә. Кейем-һалым алып килделәр әллә күпме, бында әле, сағыштырмаса, йылы, әммә торараҡ, беҙҙе икенсе ергә күсерәләр бит инде, шул мәлдә кәрәк буласаҡ кейемдәр. Мин, түҙмәй, "Юшатыр" гәзитенә шылтыратам да, егеттәргә, Венерға рәхмәтемде белдергем килә.

Материал тулы килеш үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас