Все новости
Бергә ҡалайыҡ
21 Января 2023, 11:58

Амин

Ауыр мәлдәрҙә беҙ күктәргә ҡарайбыҙ.  

Амин
Амин
Ерҙә таяныр кеше, хәлеңде аҙ ғына булһа ла еңеләйтер таяныс-йыуаныс, тотҡа ла толҡа ла таба алмағанда, Ул ғына беҙҙе аңлар, ярҙам итер, миһырбанлы булыр һымаҡ. Аллаһытәғәлә. Яу ҡырында йөрөгән егеттәребеҙ араһында диндарҙар күп, ҡәҙимге, тыныс тормошта дингә бик ышанмағаны ла бындай мәлдәрҙә Аллаһҡа табына. Яугирҙәр тегендә, ә беҙ - бында ҡалған туғандары - бында табынабыҙ, ялбарабыҙ - улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ иҫән ҡайтһын, илгә тыныслыҡ килһен. Теләктеребеҙ аҙағында әллә нисә тапҡыр "Амин" тибеҙ. Бар теләгәндәребеҙ ҡабул булһын, Аллаһ беҙҙе ишетһен, аңлаһын, мәрхәмәтен йәлләмәһен. 
Фотола: яу ҡырындағы егеттәр намаҙға ла ваҡыт таба. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: