Бөгөн (хәйер, кисә лә) үҙебеҙҙе ошо һорауға яуап таба алмаған Гамлеттай хис иттек. Ермолаеволағы Ғаилә Үҙәгенә, ысынында, был һорауҙы бирергә тип инмәгәйнек, йома көнө фронтҡа гуманитар йөк китә, шул турала ғына белешәйек тиһәк....
Наталья Савенкованың кәйефе юғыраҡ саҡ, төрлө яҡтан ҡыҫалар: ниңә һалдаттарға ярҙам барып етмәй? Сүп өҫтөнә сүмәлә, беҙ булған арала ғына берәүһе телефон аша: ана бит, был турала "Юшатыр" ҙа яҙған тип әйтеп, усаҡҡа кәрәсин һипте.
Наталья Ивановна, үҙенә тәфтишсе килгәнме ни, бар донъяһын асты ла һалды (үҙәгенә ныҡ үткәндәр). Һәр бер посылкаға тиерлек кемгә, ҡайҙа икәне яҙылған - Фәлән Төгәнов, шундай часть, шундай рота. Компьютерҙа реестр алып барыла, барыһы ла системаға һалынған: тәүге көндән тәғәйен кемгә күпме нимә ебәрелгән теркәлеп бара.
- Йөктө Күмертау менән бергә алып китәләр. Оҙатып барыусылар бар. Штабҡа тиклем килеп етә, унда ни нисек таратыла беҙ ҡайҙан беләйек? Әле шылтыратып, ҡайҙа ҡул барып етә, әйтергә тырыштыҡ, шундай маршрут менән баралар, ҡайҙа беҙҙең егеттәр бар, әмәлен табып, алһындар. Дөрөҫөн әткәндә, беҙ ҡоро ҡул, бер нимә алмайынса ултырабыҙ тип зарланғандар бик һирәк. Күбеһе: беҙгә бер нимә лә кәрәкмәй, ти. Был посылкаларҙа исемһеҙҙәре лә бар, фермер, мәҫәлән, бал алып килде, ти. Уларын тегендәге, урындағы, сиркәүгә алып барып ҡуялар икән - мохтаждарға тараталар.
...Аҡ эт бәләһе ҡара эткә, бөтөн, ошо гуманитаркаға бәйле, бәләләрҙе бер ҡатын өҫтөнә ауҙарған һымаҡ булды. Ниңәлер, Рауил ағай Бикбаевтың "Система" тигән поэмаһы иҫкә килде.