Нервылар ныҡ ҡаҡшаған ваҡытмы, ҡайҙа ҡарама ығы-зығы, хатта аҡырышҡа тиклем барып етә.
- Ниңә һалдаттарға посылкалар барып етмәй?- район ветерандары Советы рәйесе Михаил Лященко Ғаилә Үҙәгендә зыҡ ҡупты, - Зәктән, Таймаҫтан шылтыраталар, малайҙар гуманитар ярҙамды алмаған.
Илау-һыҡтау китте, һуң, беҙҙең ни ғәйеп, булғанды исемләп-атап ебәрәбеҙ, ҡалғаны тегендә хәл ителә, ҡатын башым менән, бөтөн эшемде ташлап, бергә ултырып барып, фронт буйлап сабайыммы?
Бындай яуапҡа ҡәнәғәт булмаған Михаил Викторович гуманитар ярҙамды машина менән алып барыусы егеттәргә өндәште.
Тегеләренең дә асыуы ҡабарған, әйҙә, беҙҙең менән, үҙең күреп ҡайт, белерһең ниңә кемгәлер посылка барып етмәй.
...Машина тейәлде. Хәйерле юл һеҙгә, егеттәр. Көйөргәҙе районынан ебәрелгән ярҙам тәғәйен кешеһенә барып етер тип өмөтләнәбеҙ.