Все новости
Бергә ҡалайыҡ
17 Марта 2023, 12:15

Динебеҙҙә – көнөбөҙ

Яҡшымбәт ауылы Башҡортостаныбыҙҙа боронғо башҡорт ауылдарының береһе.

Динебеҙҙә – көнөбөҙ
Динебеҙҙә – көнөбөҙ

Имамыбыҙ Фәрхәд хәҙрәт етәкселегендә һуңғы йылдарҙа мәсетебеҙҙә бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Дини уҡыуҙар ойошторолдо, иртәнге, киске, йома намаҙҙары уҡыла, дини байрамдар үткәрелә. Көн дә аҙан тауышы халҡыбыҙҙы мосолмандарҙың изге бурысы булған «Намаҙ»ҙы уҡырға саҡыра.
Бынан тыш ауылыбыҙҙа булған бөтә сараларҙа мәсет йәмәғәте бик актив ҡатнаша.
Былтыр ауылыбыҙ ҡатнашҡан "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә генә мәсетебеҙҙә 15 сара булды. Быйылғы йылда ла төрлө саралар булып тора.
2021 йылда мәсетебеҙ таш булғанлыҡтан, йылытыуы ҡыйыныраҡ ине. Әлхәмдүллилләһ дин ҡәрҙәштәр ярҙамы менән 2022 йыл башында иҙәнен йылыттыҡ һәм тәҙрәләрен алыштырҙыҡ. 2022 йылдың йәйенән мәсетебеҙ Рәсәйҙәге тарихи мираҫ объекты тип һанала башланы һәм уға "Аҡ мәсет" исеме бирелде. Бындай объекттар Дәүләт тарафынан һаҡлауға алынды. "Аҡ мәсет»ебеҙҙә ҡуйылған тәҙрәләр йоҡараҡ булып сыҡты һәм мәсет советы ултырышында «Икенсе ҡат тәҙрәләр ҡуйырға кәрәк, быйыл мәсетебеҙгә 120 йыл була, шуға уның ишектәрен алмаштырып, тышҡы һәм эске ҡиәфәтен матурлау буйынса эштәр башҡарырға кәрәк» тигән ҡарар ҡабул ителде. Был эштәргә сығымдарҙы мәсетебеҙгә ҡараған дин ҡәрҙәштәрҙән ярҙам һорап башҡарырға кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителде.
Был ҡарарҙы бәйләнештәр селтәрендә мәсет сәхифәһендә урынлаштырҙыҡ һәм ярҙам килә лә башланы. Изге ниәтебеҙҙе Испанияла йәшәгән ауылдашыбыҙ Фируза Бикмаева апайыбыҙ ҙа ишеткән һәм ярҙам итергә теләген белдереп бәйләнешкә сыҡты. 

Азат ҒӘЛИЕВ, Яҡшымбәт ауылы

Хат тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: