Әлеге ваҡытта Испанияла йәшәйем һәм “ЭРЭ МЕД ХОЛДИНГ” компанияһында эшләп йөрөйөм.
Билдәле булыуынса Башҡортостанда Атайсал программаһы булдырылды, был программаға беҙҙе лә индерҙеләр. Беренсе ярҙамым 200-ҙән ашыу ағас, был ағастарыҙ Еңеү аллеяһы эргәһенә ултыртып сыҡтылар. Аҡсаны мин эшләгән компания бүлде. Шул ваҡытта Йәшел Башҡортостан акцияһы барған икән бының турала мин белмәгәйнем. Ошолай акция үткәреп тороуҙары ҡыуандыра.
Бәләкәй Ватаныма ярҙам итәм тиһәм, бергә эшләгән коллегаларым, етәкселәрем миңә гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, бер ҡасанда һиңә шул кәрәкме, йөрөмә хыялланып тигәндәрен ишетмәнем. Уларға ла һәр ваҡыт әйтәм, тыуған ерегеҙҙе онотмағыҙ тип. Республиканың тарихи ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ объекты булған Яҡшымбәт ауылының Аҡ мәсетен ремонтлауға ярҙам итеү Аллаһы Тәғәләгә булған һөйөүемдәндер.
Фируза БИКМАЕВА менән әңгәмә лә гәзиттә бөгөн баҫылды.