Все новости
Бергә ҡалайыҡ
22 Марта 2023, 15:52

Ит тәме

Абдул ауылы итен ашағанығыҙ бармы?

Ит тәме
Ит тәме

Юҡ? Улайһа, һеҙ донъялағы иң тәмле иттәрҙең береһен ауыҙ итмәй йәшәйһегеҙ. Ит ит инде, картуф йәки туҡмас түгел тимәгеҙ, иттең дә төрлөһө була, ошолары мөһим: мал нимә ашап үҫкән, унан уны кем салған - һәйбәт кеше салһа, ите тәмле, ҡара эсле, уйлы әҙәм салды иһә, уны ауыҙға ла алырлыҡ булмай.
Ә Абдулда һәйбәт кешеләр йәшәй. Мал аҙығы ла һәйбәт, сифатлы, төрлө химикат ҡушмайҙар. Быға бушлай ит биргәндәр ҙә, шуға маҡтай тип уйламағыҙ (на халяву и уксус сладкий, йәнәһе), юҡ һис тә улай түгел. Был хаҡта беҙгә Йәмил Рафиҡов һөйләне, абдулдар уға һарыҡ тейәп килгән.
Ит шул хәтле тәмле булды, тип һөйләне, күҙҙе ҡыҙҙырып, Йәмил Заһрый улы, телде йотам икән тип торам. 

Ысын күңелдән, ихлас бирелгән бүләк йәмһеҙ-тәмһеҙ булмайҙыр ул. Тормош та, тәмле лә, йәмле лә булһын өсөн, ихлас дуҫтар, туғандар, ауылдаштар кәрәк. Ошо ҡиммәттәрҙән айырмаһын. 
Автор:
Читайте нас: