Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
18 Сентября 2018, 13:49

КӨН ДӘ ТИЕРЛЕК ЯНҒЫН

Ҡара көҙ етә яҙһа ла, һаман булһа районда янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән хәлдәр шәптән түгел.

Ҡара көҙ етә яҙһа ла, һаман булһа районда янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән хәлдәр шәптән түгел.
Көн дә тиерлек янғын һүндереү часына йә тегендә, йә бында үлән яныуы хаҡында хәбәрҙәр килеп тора. Күп фермерҙар йәки хужалыҡтар үлән-һалам яндырғанда һаҡ була - ут төртөр ерҙең тирә-яғын һөрә, янғын һүндереүселәрҙе алдан иҫкәртеп ҡуя. Тик бәғзеләре уттың ни тиклем ҡурҡыныс булыуы хаҡында ишетмәгән дә, китаптар ҙа уҡымаған, ахыры. «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе яңыраҡ һалам яндырған, ә ут урманға тиклем барып етә, бер ғәйепһеҙ әллә күпме ағастың башына етә, саҡ туҡтатып алалар янғынды, ә «Мәләүез» хужалығы ыһ та итмәй, әйтерһең, бер ни булмаған. Зыянды ҡапларға тейештәр, закон күҙлегенән ҡараһаң, тик инвестор тигәндәрҙең ябай халыҡҡа һәм тәбиғәткә ҡарашын белгәнлектән һәм уларға барыһы ла ғәфү ителгәнлектән, беҙ сираттағы тапҡыр аһ та уһ килеүҙән ары үтә алмаҫбыҙ кеүек.
Үлән, бесән яныуы бер хәл, бик йыш моңһоҙлоғо арҡаһында кеше үҙе саҡ үлмәй ҡала. Керәүлелә 1957 йылғы бер ағай апаруҡ ҡына байрам итеп алғас, диванына һуҙылып ята, барыһы ла шартына килһен типме, тәмәкеһен тоҡандыра. Һәм... диваны менән бергә янып китә. Ярар, күршеләре сос булып сыға, төтөндө күреп, быны ҡотҡаралар. Шулай ҙа ағайыбыҙҙың тәне ныҡ янған, әле Өфөлә дауаханала ауыр хәлдә ята.
Көҙ мәле, ғөмүмән, ут яғыуҙар мәле - ҡый-һай күп, унан ҡотолорға кәрәк. Картуф ҡаҙып алып уңышҡа ҡыуанған халыҡ рәхәтләнеп картуф һабағын яндыра. Мал ашаһа, ҡалдыҡ та булмаҫ ине, ҡәһәрең. Ермолаевоның Совет урамында йәшәгән күптәрҙең картуфы ныҡ уңғандыр, улар әле Алыҫ Көнсығышта үткән хәрби өйрәнеүҙәрҙән дә арттырып усаҡ яндыра, ә күрше-күлән төтөнгә тонсоға. Ошо хаҡта янғын часына шылтыратып зарланғандар. Ҡалай ҡараһаң да, ут - хәтәр нәмә, усаҡ тоҡандырыр йәки тәмәке ҡабыҙыр алдынан һәр береһе уйлаһа ине - ә мин башҡаларға йәки үҙемә зыян килтермәҫменме?
Читайте нас: