Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
20 Ноября 2018, 11:12

БЕҘ ТАШКЕНТТА ЙӘШӘМӘЙБЕҘ

Ырымбур трассаһын ҡасандан бирле ремонтлайҙар, быныһы шәп, юлдар һәйбәтләнеп ҡалыр. Бер юлы бында автобус туҡталыштарын да эшләйҙәр.

Ырымбур трассаһын ҡасандан бирле ремонтлайҙар, быныһы шәп, юлдар һәйбәтләнеп ҡалыр. Бер юлы бында автобус туҡталыштарын да эшләйҙәр.


«Аҡһары янындағы туҡталышты күргәнегеҙ бармы? Тимер рәшәткәле бер нәмә. Быны төҙөгән кешеләр Ташкенттан килгәнме икән әллә? Ыжғыр бурандарҙа, көслө ел-ямғырҙа беҙ ҡайҙа ҡасып торорға тейеш икән? Был туҡталышта оҙағыраҡ торорға тура килһә, әллә ниндәй ауырыуҙар эләктерергә була. Бына бәҙрәфтәре (уныһына тиклем төҙөп ултыртҡандар, рәхмәт) шәп, беҙ автобус көткәндә шуның эсенә инеп торайыҡмы икән, һаҫыҡ булһа ла йылы булыр». Ошондай йөкмәткеле шылтыратыу ҡабул иткәс, был «данлыҡлы» туҡталышты үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, фотоһүрәткә лә төшөрөп ҡайттыҡ та был һорау менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевҡа шылтыраттыҡ.

- Ул — федераль юл. Үҙҙәренең аҡсаһына, нисек теләйҙәр шулай эшләйҙәр. Бер эште лә улар беҙҙең менән кәңәшләшеп хәл итмәйҙәр. Шуға күрә, ни өсөн туҡталыш урындарын ундай рәшәткәле итеп эшләгәндәре тураһында беҙ бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ, - тине Ринат Ирек улы.
Читайте нас: