Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
15 Октября 2019, 11:44

Кемдең ҡулы күтәрелгән?

«Маткапитал» тигән яңылыҡ кертелгәс, кемдер ҡыуанды быға, кемдер һүкте: улайтып, аҡса өләшеп кенә балаларҙы күбәйтергә тырышыу дөрөҫ түгел, йәнәһе. Нисек булһа ла, иш янына ҡуш ул маткапитал, йәш ғаиләгә аҙ булһа ла ярҙам, тормош башлап китеү өсөн этәргес. Ҡай саҡ был маткапиталдан ҡолаҡ ҡағыу өсөн бер шырпы ла етә тиһәләр, ышанмаҫ инек.
10 октябрь таңында Ермолаево янғын часына шылтыраталар: Илкәнәйҙә йорт яна. 7-гә 10 размерлы төҙөлөп бөтмәгән (80%-ы әҙер) йорт була ул. Иҙәне лә бар, түбәһе лә әҙер. Янғын һүндереүселәр нисек кенә тиҙерәк килергә, янғынды һүндерергә тырышмаһындар, йорт янып бөтә. Был өйҙө яңыраҡ ҡына Дыуан районынан бер ғаилә һатып алған булған. Маткапиталға. Ярар, быныһы әллә ни ғәжәпләндермәй, шаҡ ҡатырғаны шул: йортҡа кемдер юрамал ут төрткән. Өс көн буйы барған тикшеренеүҙәр шундай һығымтаға килгән. Шырпы һыҙып, яңы йортто, унан бигерәк, әсәлек капиталына алынған йортто, үртәргә кемдең ҡулы күтәрелде икән? Йорттоң мәғәнәһенә Әсә һәм Бала һүҙҙәре һалынған булыуы, исмаһам, уны туҡтата алманымы икән ни?

М. ИЛЬЯСОВ

Читайте нас: