Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
4 Августа 2020, 11:36

ЗАР ТУЙЫ

Был эш – йəтимдəргə бушлай фатир биреү – ҡатмарлы эш. Хакимиəт өсөн. Эйе, һəр балаға тəғəйен аҡса бүленə, сиратта йөҙгə яҡын бала тора икəн (уларҙы бала типəйтеп тə булмай, күптəре өлкəн йəштə була), шулар үҙ мəлендə, сираты килеп еткəс, фатир асҡысы алыу бəхетенə ирешə. Бер əтнəкəһе: күптəн түгел закон ҡабул иттелəр, фатирҙар кем ҡайҙа йəшəй, шунда ғына бирелергə тейеш. Көйөргəҙе районы һымаҡтар аптырашта ҡалды: юҡ нəмəне ҡайҙан алайыҡ?

Элек анһат ине, мəҫəлəн, бер балаға миллионға яҡын аҡса бирелде, тоттоң да Күмертауҙан фатир алдың. Ə хəҙер ҡалайтырға, Тимербайҙан йəки Яманғолдан һатып алырғамы? Унда йəшəрҙəй арыу йорт тапҡан хəлдə лə, был ауылдарға барып тормош көтөргə телəгəне табыламы? Барыһына ла Ермолаевонан кəрəк, ə район үҙəге резиналы түгел, һатып алырлыҡ фатирҙар ҙа сикле. РТП контораһын да, аптырағандан, шулай йорт иттелəр ҙə. Ҡайһы берəүҙəргə Айсыуаҡтан алдылар, унда совет
бабалар төҙөгəн ике ҡатлы йорттар иҫəн əле.
Тулы материал гәзиттә бөгөн сыҡты.
Читайте нас: