Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
22 Сентября 2020, 19:00

Ҡырғыҙ ҡырғын булмаһын

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ (үткән һанда яҙғайныҡ): илдең төрлө мөйөштәренән тыуған илдәренә ҡайтып барыусы ҡырғыҙ халҡын Ҡаҙағстан сигенән үткәрмәнеләр, Ырымбур өлкәһе лә сиген япҡан- үҙҙәрендә былай ҙа ҡырғыҙҙар күп, ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр һәм барса сит ил граждандары беҙҙең районға килде лә тулды.

Мәрхәмәтле ябай халыҡ ҡырғыҙҙарға ашарға ла алып килде, әйткәндәй, ил күргәнде, ир күрә. Район һәм ҡала властарына, әлбиттә, туҡмаҡтың иң ауыры эләкте. Бер яҡтан республика властары барыһын да уларға йөкмәтте, икенсе яҡтан халыҡ шаулаша. Ошо ҡыйын мәлдә лә район башлығы шаяртырға көс тапты. Ҡырғыҙ эштәре буйынса кәңәшмә ваҡытында ситтән килгән полиция хеҙмәтҡәре Юлай Ильясовҡа өндәшә:
- Һеҙ ҡырғыҙҙарҙың башлығымы әллә?
Төҫ-ҡиәфәте менән шул яҡҡа тартҡан Юлай Талха улы был хәлде мәҙәк итеп һөйләй.
Тулы материал 76-сы һанда.
Читайте нас: