БОРСОУЛЫ ХӘЛ
30 Апреля 2021, 12:12

Донъяға һыймаған тауыҡ

Ғəйеплелəрме? Уларын билдəлəрҙəр, штраф һалырҙар. Быныһы ярар, ҡотолдоҡ тип əйтергə була, иң йəнгə тейгəн бəлə – берəҙəк эттəр. Хайуандарҙы яҡлаусылар йəнлектəрҙе йəллəйек тип закон ҡабул иттерҙелəр ҙə, яфаһы беҙгə, урындағы властарға, төшə. Элекке закон яҡшыраҡ ине. Артабан нимə булыр – Учалылағы баланы талап үлтергəн хəл беҙҙə лə ҡабатланмаҫ тимə. Дəүлəт Думаһы берəй ҡарар ҡабул итмəйенсə, һаман шул көйө, ул-был булмағайы тип, йəшəй бирəсəкбеҙ.

Рəмилə ИҪƏНҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы һəм Көйөргəҙе районы ветстанцияһы етəксеһе:
- Тауыҡ тарихын үтə ныҡ ғəҙəттəн тыш хəл тип əйтмəҫ инем. Донъяла ҡурҡынысыраҡтары ла була. Ҡунаҡбай фермеры бит, был минең ерем, нимə эшлəһəм дə була тип уйлаған да соҡорҙа тауыҡтарҙы яндырмаҡсы булған. Бер ниндəй хилаф та юҡ һымаҡ, тик, барыбер, закон боҙоу. Иң мөһиме, иттəр зарарлы түгел. Ҡунаҡбайҙа ғына ла шул соҡор эсендə юҡ иткəндə лə, яндырғанда булыр ине, пожарниктар рөхсəт итмəне, ахырҙа Мораҡҡа илтергə булдыҡ – унда бер фермерҙың яндырыу мейесе бар. Һыуытҡысы ла бар, тауыҡтарҙы яндырыуға 8 көн кəрəк кəмендə, уңарсы һаҡларға урын кəрəк. Ғəйеплелəрме? Уларын билдəлəрҙəр, штраф һалырҙар. Быныһы ярар, ҡотолдоҡ тип əйтергə була, иң йəнгə тейгəн бəлə – берəҙəк эттəр. Хайуандарҙы яҡлаусылар йəнлектəрҙе йəллəйек тип закон ҡабул иттерҙелəр ҙə, яфаһы беҙгə, урындағы властарға, төшə. Элекке закон яҡшыраҡ ине. Артабан нимə булыр – Учалылағы баланы талап үлтергəн хəл беҙҙə лə ҡабатланмаҫ тимə. Дəүлəт Думаһы берəй ҡарар ҡабул итмəйенсə, һаман шул көйө, ул-был булмағайы тип, йəшəй бирəсəкбеҙ.
Тауыҡ тарихы тулыһынса гәзиттә булды.
Читайте нас