БОРСОУЛЫ ХӘЛ
18 Мая 2021, 03:04

Уға бәддоға уҡылған

Уҙған йыл Кинйә ауылының зыяратынан ҡойма тимерҙәрен урлаған инеләр. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_30315Быйыл шул урынды Исхаҡов Зиннур ағайҙың тырышлығы менән яңынан ҡамап ҡуйғайныҡ. Был ураҙа ғәйете көндө булды. Ике көн дә үтмәне, шул урындан яңы ғына ҡуйған тимер ҡалайҙар (профнастил) юҡҡа сыҡты.

Уҙған йыл Кинйә ауылының зыяратынан ҡойма тимерҙәрен урлаған инеләр. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_30315
Быйыл шул урынды Исхаҡов Зиннур ағайҙың тырышлығы менән яңынан ҡамап ҡуйғайныҡ. Был ураҙа ғәйете көндө булды. Ике көн дә үтмәне шул урындан, яңы ғына ҡуйған тимер ҡалайҙар ( профнастил) юҡҡа сыҡты. Кемдең ҡулы бара икән шул хәтле гонаһлы эшкә? Ул кешегә бит бәддоғалар һәм әреүахтар рәнйеше төшә. Шуны белһен ине лә бит. Уҙған йыл Түбәнге Мотал эргәһендә оло ағайыбыҙ Әмирхан вафат булған урында атайыбыҙ Насретдин тарафынан эшләп ултыртылған иҫтәлек (памятник) ҡоймаһын һүтеп алған ине шул Түбәнге Мотал кешеһе. Күргән кеше оялтып тә ҡараһа ла, уның һүҙен тотмай һүтеп алып киткән ине. Ул кеше билдәле инде. Уға ла бәддоға уҡылған. Тик тарихи ауылдың зыяратына ҡул һуҙған кеше әлегә билдәһеҙ. Әммә бәддоға һәм әреуахтар рәнйеше барыбер эҙләп табасаҡ. ИншәАллаһ.
Азат Хәлилов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе
Читайте нас