...Урындағы халыҡ күнәкләп сөй һибә икән юлдарына, көнөнә 30-ҙан артыҡ тәгәрмәс ремонтлай икән машина хужалары. Тәҡәттәре ҡороған. Лутсы Ермолай буйлап барам, штраф түләйем (ул 500 һум, яртыһын түләй бит инде - 250 килеп сыға), тәгәрмәс йәбештереүе мең бәлә, тигән водителдәр.
Ермолаево ауыл хакимиәтенең дә тәҡәте ҡороған, ҡысҡырмаған ерҙәре ҡалманы бит инде, әле тәҡдим иткәндәр: Мичурин урамына плитә түшәгеҙ. Саң булмаҫ. Плитә түшәү хаҡы - 18 миллион һум. Күпме? Май хужалары өсөн был пүстәк кенә. Уның ҡарауы, халыҡ аҙыраҡ булһа ла тынысланыр ине, уларҙың да тәҡәте күптән ҡороп бөткән.