БОРСОУЛЫ ХӘЛ
3 Июня 2021, 09:21

Тишек-тошоҡ

Тишек-тошоҡ. Бер һүҙ менән әйтһәк, беҙҙең хәлдәр шулайыраҡ. Бер ерен ямайһың, икенсе ере тишелә. Күмертауға бындай атама бигерәк килешә. Пятки юлын алғанда ла, өс йыл гарантия менән уны ремонтланылар, хәҙер вәссәләм, подрядсыны тотоп һелккән кеше лә юҡ, аптырағас, үҙҙәре тотондо. БАССР-ҙың 60 йыллығы урамы йәнә алтмыш йылдан асылыр кеүек, соҡорҙарын ямай алмай йонмойҙар.

Алйыған халыҡ, баш сайҡап тора-тора ла, эшкә үҙе керешә - булмаҫ быларҙан.
РПЛИ менән дә хәлдәр шулайыраҡ ахры. Интернат яны үтерлек түгел (унда беҙ бер батып та ултырҙыҡ, ярар, уҡыусы малайҙар, Йәмил Рафиҡов абзылары менән, сығып этеште). Үткән-һүткәндә, юлдағы соҡорға ҡарап, йәндәре көйөп, абына-һөрөлә йөрөгәндәр ҙә, үҙҙәре ямарға керешкәндәр. Һорау бирәләр: ниңә гел ҡатын-ҡыҙ йөрөй ул унда? Юл эше борон-борондан ҡыҙҙар эше булды, икенсенән, ирҙәр хәҙер Себерҙә. Донъялары тишек-тошоҡ булмаһын тип, аҡса эшләй.
Читайте нас