БОРСОУЛЫ ХӘЛ
1 Августа 2021, 04:04

Шəһиткə ярҙам кəрəк

Күмертау ҡалаһындағы Ш. Хоҙайбирҙин һәйкәленең аяныс хәле тураһында яҙғайныҡ. Ҡала хакимиәтенән яуап алдыҡ, әлегә шатланырға сәбәп юҡ.  https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_56489 Күмертау ҡалаһы хакимиəтенең мəғлүмəт-аналитика секторынан беҙгə ошолай тип яуап бирҙелəр:- Һəйкəлдең плитəлəрен Юл-йəшеллəндереү муниципаль предприятиеһы ҡуйырға вəғəзə бирҙе, ə реставрациялау менəн улар шөғөллəнмəй, һəйкəлдең һыны менəн улар бер ни ҡыла алмай.

Шəһиткə ярҙам кəрəкШəһиткə ярҙам кəрəк
Шəһиткə ярҙам кəрəк

Железная Нина Николаевна, Күмертау ҡалаһы ҡала округының баш архитекторы:
- Шəһит Хоҙайбирҙин һəйкəленə бəйле проблеманы белəбеҙ. Реставрация - бик сетерекле өлкə, уға белгестəрҙе йəлеп итеү кəрəк, ҙур аҡса кəрəк. Əлеге мəлдə хакимиəттə ундай аҡсалар юҡ (һəйкəл – ҡала милке булһа ла, уға махсус рəүештə аҡсалар һалынмай). Шулай ҙа уны беҙ эшлəмəһəк, береһе лə эшлəмəйəсəк, бюсты яңыртыу буйынса һорауҙы хəл итергə тырышасаҡбыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас