Былтыр ҡышты брикет яғып сыҡты (был брикет, уйлап ҡына ҡарағыҙ, ул уҡытыусы булып эшләгән ваҡыттан ҡалған, ул саҡта мөғәллимдәргә уны бушлай бирә инеләр). Брикетын яғып бөткән, быйыл нимә эшләрмен, утын һатып алырға тура килер инде тип аптырап ултыра (инәй әле генә беҙгә шылтыратты).
Газ ниңә инмәй - йортоноң документтары тәртиптә түгел, паспорты бар, газ индереүгә ризалыҡ ала алмай, ҡағыҙҙары Өфөнө урап ҡайтҡан, тағы нимәһелер ярамай тип, кире борғандар. Әле булған документтар БТИ-ла ята ти. Бөтөн ҡағыҙҙарҙы юллағансы 20 мең һумлап аҡса сығып китте, ти инәй, - тик газдың үҙе түгел, еҫе лә һиҙелмәй. Ярҙам итегеҙ. Ләлә инәй йәшәгән йорт - элек совхоз һалған йорт, ике хужаныҡы. Янындағы фатирға - күршеһенә - газ әллә ҡасан ингән, бына инәйгә сират еткәс, хәлдәр ауырлашҡан, элек газ индереүе рәхәт ине, хәҙер ҡыйын тигәндәр.
Инәй, яңыраҡ ҡына үҙенә тантаналы рәүештә бирелгән Һуғыш балаһы танытмаһына, һыуыҡ мейескә ҡарап тын ҡалған. Һуғышты бөттө тиҙәр, кем өсөндөр бөткәндер, инәй өсөн ул һаман бара - газлы булыу өсөн бюрократия менән алыш.
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.