Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
3 Октября 2021, 09:38

Күрəһелəребеҙ бар икəн

Бөгөнгө көндə районда короновирус менəн 250 кеше ауырый, 23- сө госпиталдə дауалана, үткəн аҙнала 3 кеше ошо ауырыуҙан үлде. Районда барлығы 38% кеше генə прививка яһатҡан.

Күрəһелəребеҙ бар икəн
Күрəһелəребеҙ бар икəн

Кəфиə Дмитриенко, Түкəн ауылы фельдшеры (60,9% кеше прививка яһатҡан):
- Һаулыҡ һаҡлау өлкəһендə 40 йылға яҡын хеҙмəт итəм һəм бөтə прививкаларға ла ыңғай ҡараштамын. Ниндəй генə ауырыу, вирус булһын прививка 100% ярҙам итмəһə лə, күпмегəлер кешене һаҡлай тип ышанам. Шуға күрə был сиргə ҡаршы прививка сығыу менəн иң тəүҙə үҙем яһаттым, балаларыма ла яһаттырҙым. Ауылыбыҙ халҡы ла прививканы əүҙем яһата, мин уларҙың был телəген хуплайым. Урта йəштəгелəр, йəштəр бик күп түгел, ə 60-тан үткəндəрҙең 95% прививка һалдырҙы. Былтыр ошо сирҙән ауылыбыҙҙа 65 йəшлек ҡатын үлде, шунан бирле 60 йəштəн өлкəндəр əүҙем прививка яһата, сөнки ғүмер ҡəҙерен яҡшы аңлайҙар. Иң тəүҙə прививка яһарға телəүселəр булһа терапевт килеп, ҡарап, ризалыҡ бирһə беҙ яһай инек, хəҙер үҙебеҙгə яһарға рөхсəт иттелəр. Бөгөнгө көнгə ҡарап əйтһəк, яңы отпусканан сыҡҡанғамы, əллə гриппҡа ҡаршы прививка яһау осоро булғанғамы, короновирусҡа ҡаршы прививка һалдырырға телəүселəр кəмеп ҡалды. Планды үтəгəн ауылдарҙың фельдшерҙарына премия бирəбеҙ тиҙəр ине, бер тин дə өҫтəп түлəнмəне, 1-се августтан һəр прививка яһатҡан кеше өсөн фельдшерҙарға 200 һум түлəйҙəр тип əйттелəр, уныһына ла ышанмайым. Миңə аҡса мөһим түгел, иң мөһиме ауылым халҡы иҫəн-һау булһын, ауырымаһын.

М. ауылында йəшəгəн, исемен əйтергə телəмəгəн, прививка яһатмаған ҡатын:
- Был сирҙəн прививка эффектив сара түгелдер тип уйлайым. Сөнки, вакцинация яһатҡан кешелəр ҙə ныҡ ауырый, үлеү осраҡтары ла ишетелə. Халыҡ əйтемендəгесə "Бесплатный сыр бывает только в мышеловке", өҫтəүенə, хəҙерге заманда. Ниңə прививка һалдырған һəр кеше өсөн медицина хеҙмəткəрҙəренə 200 һум өҫтəп түлəнə, халыҡ араһында хатта квартира, вилəсəпит, санаторийҙарға юлламалар уйнатыла?..

Тулы материал гәзиттең үткән һанында сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: